Юшатыр
-28 °С
Облачно
75 лет Победы
Все новости

Әсир итте

- Бигерәк тырыш, әүҙем, үҙ эшен белеп башҡарған уҡытыусы ул Райхана Ғәзиз ҡыҙы Хәлилова.  

Әсир итте
Әсир итте

Студенттарға төплө белем биреп, уларҙы һәр ваҡыт ҡурсалап, ярҙам итеп тороусы педагог. Тик башҡорт халҡына торош булған тыйнаҡлылығы, үҙен маҡтауҙарын үҙ итмәүе арҡалы, уның ҡаҙаныштары күп ваҡыт һиҙелмәй, күренмәй үтеп китә. Әле бына, бөйөк шағирыбыҙҙың 225 йыллығына арналған республика конкурсында, 110 ҡатнашыусы араһында уның уҡыусыһы Динананың беренсе урынға лайыҡ булыуында ла Райхана Ғәзиз ҡыҙының өлөшө ҙур, - тип һөйләп китте беҙгә Рафиҡ ағай.
Рафиҡ Әминевтың был хәбәренән һуң, туранан-тура Райхана Хәлиловаға сыҡтыҡ, ул беҙгә: "Ҡуй, минең унда өлөшөм ҙур түгел, Диана үҙе бик шәп ҡыҙыҡай, һәр конкурста ла әүҙем ҡатнаша. А.С.Пушкиндың 225 йыллығына арналған конкурс йәй көнө үк булды, һөҙөмтәләре сентябрь айында килде. Диана әле бына яңы ғына Мәскәүҙә уҙған конкурста ла ҡатнашты, уларҙан тыш та һәр яҡлап тырыш, булдыҡлы, аҡыллы студент. Редакцияға үҙен ебәрәм, барыһын да ентекләп һөйләп бирер",- тип яуапланы ул беҙгә.

Материал тулы килеш үткән һанда гәзиттә баҫылды. 

Автор:Гөлнур Хөсәйенова
Читайте нас в