Ололарса һөйләшеү

- Һеҙҙең тәүге мөхәббәт булдымы?

Ололарса һөйләшеүОлоларса һөйләшеү
Ололарса һөйләшеү
Бына һиңә кәрәкһә, был һорау менән һеңгәҙәтте лә баһа былар. 
Райондың Пионерҙар йортонда уҡыусылар менән осрашыу булды. Шунда һорауҙар яуҙырып ташланы балалар, береһе тап ошолай яңғыраны: беренсе мөхәббәтегеҙ булдымы?
Кемдеке булманы икән (мин дә әҙәм балаһы) - әммә, йәйелеп китеп, барыһын һөйләп биреү мөмкинме, ул һөйөүҙең ҡайһы бер ерҙәрен кешегә (бигерәк тә, балаларға) һөйләү килешмәй. Ҡайһы мәлдәрҙә, күҙҙәрҙе йомоп, үҙең генә хәтергә алаһың. 
"Классный встречи" тип аталды был сара. Балалар йыйылған да, беҙҙе, ҙур кеше итеп күреп, саҡырған. 
- Хыялығыҙ бармы, ниңә журналистикаға килдегеҙ, үҙегеҙ яҙған иң яратҡан мәҡәлә.... 
Ҡәҙимге һорауҙар. 
- Нимәлер өсөн оялғанығыҙ булдымы? 
- Һм... - булмаҫ һиңә. Күп булды. Һаман оят. 
- Журналист булыу өсөн ниндәй холоҡло булыу кәрәк?
Балалар бит былар, фәләнсә бул, төгәнсә йәшә тип, китаптағыса яуап биреп, шәп кеше булып сығып китергә лә була.
- Принциплы, ғәҙел булырға тырышһаң, эшләүе ҡыйын була... 
Балалар менән ололарса әңгәмә сыҡты, буғай. Сара бөткәс, башҡа уй килде: был бабай әллә нәмәләр һөйләне тип тороп ҡалдылармы икән? 
Бәлки, ҙурайғас, иҫтәренә төшөрөр булһалар, ҡайһы бер әйткәндәрҙе аңларҙар. Ә әлегә... Бала саҡ дауам итә. Ул бәхетле булһын ине. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас