Все новости
Йәштәр - беҙҙең киләсәк
11 Декабря 2022, 09:58

Сулпылданы сулпылар

Кисә быйылғы конкурсҡа йомғаҡ яһалды.

Сулпылданы сулпылар
Сулпылданы сулпылар
"Сулпылар" телевизион конкурсының финалы - Гала-концерт булды. 
Башҡортостандың төрлө төбәктәренән килгән малай, ҡыҙҙар, һәр береһе үҙенең һәләтен күрһәтте. Балалар өсөн был конкурс оло майҙан, оло һынау. Етмәһә, ҡайҙа баҡма, гел данлыҡлы кешеләр, шулар менән бергә, бер концертта ҡатнашып, шау-гөр килеп йөрө әле! Ғүмерлеккә иҫтә ҡалыр матур ваҡиға. 
Күмертауҙан, әйтеүебеҙсә, ике егет ҡатнашты- Әнүәр Вахитов һәм Морат Ярышев. Һөҙөмтә былай: Әнүәрҙә беренсе урын, Морат "Иң рухлы йырсы" номинацияһында еңеүсе!
Айҙар буйы юҡҡа әҙерләнмәгәндәр, юҡҡа тырышмағандар, афарин, егеттәр! Был еңеү тормошоғоҙҙа һуңғы еңеү булмаһын, алда тағы ла ҙурыраҡтары көтөп торһон. Ҡотлайбыҙ! 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: