

Раил Араптанов килеп инде. Яңы Таймаҫ гимназияһы уҡытыусыһы. Үҙенән алда тәүҙә тауышы килеп етте, аҙаҡ тауыш хужаһы үҙе күренде. Бер үҙе түгел, ике егетте эйәрткән.
- Минең балалар, военкоматҡа алып килдем, Тикшерелеп йөрөйҙәр.
Военкомат тиһәң, ҡот оса ла китә торған заман, баҡһаң, ҡурҡырлығы юҡ, Раил Рамазан улы егеттәрҙе приписной таныҡлыҡ алдырам тип, табиптарҙан ҡаратып йөрөй икән.
- Былтыр 4 егетте алып килгән инем, унан алда унар була торғайнылар, бына быйыл - икәү.
- Улай икән...- нимә тип әйтәһең, һүҙ юҡ.
- Йә, малайҙар, хәлдәр нисек?
- Һәйбәт, - береһе Таймаҫ, икенсеһе Свобода ауылы малайҙары, - һаулыҡҡа зарланмайбыҙ, армияға алырҙар ул, - шулай ти буласаҡ һалдаттар. Әрмегә тиклем әле ике йылдары бар. Уңарсы донъялар тынысланыр тигән уй үтеп китте.
Сығып киттеләр. Аҙымдары ышаныслы, дәртле.