Все новости

Бергә эшләрбеҙ

Данил БАЙБУЛАТОВ, Күмертау ҡалаһы: 

Бергә эшләрбеҙ
Бергә эшләрбеҙ

- Мин дә ағайымдың эҙе буйлап киттем. Өфө дәүләт нефть-техник университетының «Нефть һәм газ скважиналарын быраулау» бүлеге бакалавриат уҡыу формаһының 1-се курсында уҡыйым. Вузда уҡыу мәктәптә уҡыу түгел инде. Бында үҙеңә ныҡлы тырышлыҡ кәрәк. Беренсе семестрҙан уҡ проекттар яҙып яҡлау быйылғы йыл студенттарына яңылыҡ булып инде. Был проекттарҙы курс эштәре һымаҡ уҡып бөтөп диплом алғансы яҙасаҡбыҙ, тип белдерҙе деканыбыҙ. Шуға күрә тырышырға ла, тырышырға. Ятаҡта төрлө милләт, төрлө ил кешеләре менән йәшәйем. Бында Ангола, Таджикстан, Вьетнам, Үзбәкстан, Йемен, Ҡытай, Ҡаҙағстан илдәренән студенттар күп. Беҙ улар менән бик дуҫбыҙ, бер-беребеҙгә ярҙам итергә торабыҙ. Миңә бында уҡыу бик оҡшай. Алла бирһә, киләсәктә Иҙел ағайым менән нефть һәм газ компанияһында бергә эшләрбеҙ тигән план менән йәшәйем.

Автор:Айгөл Халиҡова
Читайте нас: