Все новости

Пландар бик ҙур

Иҙел БАЙБУЛАТОВ, Күмертау ҡалаһы: 

Пландар бик ҙур
Пландар бик ҙур

- Мин Өфө дәүләт нефть-техник университетында «Нефть һәм газ скважиналарын быраулау» бүлегенең 4 йыллыҡ бакалавриат уҡыу формаһын уңышлы тамамлап, әлеге ваҡытта магистратураның көндөҙгө уҡыу бүлегендә 1 курста уҡып йөрөйөм. ӨДНТУ вузы миңә бик оҡшай. Уҡытыусыларыбыҙ бик көслө, улар беҙгә ныҡлы белем бирә. Уҡыу менән бергә «БУРИНТЕХ» юғары технологиялы нефть сервис компанияһында инженер булып та эшләп йөрөйөм. Вуз уҡыу менән бергә эш алып барыуҙы хуплай, шуға күрә беҙ, студенттар, уҡып ҡына йөрөмәйбеҙ, ә үҙебеҙ аҡса ла эшләп маташабыҙ.
Киләсәккә пландар бик ҙур, әлбиттә. Донъялар ғына тынысланһын. Илебеҙҙең нефть һәм газ сығарыу сәнәғәтен күтәреү, яңы нефть ятҡылыҡтарын тикшереү өсөн быраулау эштәрен асыу – минең планда тора.

Автор:Айгөл Халиҡова
Читайте нас: