-8 °С
Облачно
- Мин Ишембай нефть колледжы студенты. Яҡуп ауылында 9 класты тамамлап, бәләкәйҙән булған хыялымды тормошҡа ашырып, үҙемә оҡшаған уҡыу йортына керҙем. Электрик һөнәрен һайланым. Уҡыуҙар ауыр түгел, еңел үтә. Уҡыуҙан тыш көрәш менән шөғөлләнәм. Үткән айҙар эсендә бик күп ярыштарҙа ҡатнашып, призлы урындар яуланым. Ауылым йыраҡ булғас, аҙна һайын ҡайтып булмай, шулай ҙа ике аҙнаға бер ҡайтырға тырышам.