Все новости

Яҡшы табип булам

Рәзилә ИБРАҺИМОВА, Күмертау ҡалаһы: 

Яҡшы табип булам
Яҡшы табип булам

- Миңә 19 йәш. Күмертауҙағы 3-сө БРГИ-ны тамамлап, Башҡорт дәүләт медицина университетына уҡырға индем. Бөгөнгө көндә 2-се курсында белем алам. Бала сағымдан уҡ табип булырға, кешеләрҙе дауаларға хыялландым. Балаларҙы яратам, шуға ла педиатрия тармағын һайланым. Һөнәрем минең - балаларҙы дауалау, уларҙы һау-сәләмәт һәм бәхетле итеү. Киләсәктә уҡыуымды уңышлы тамамлап, ҡулыма диплом алырға һәм яҡшы табип булырға хыялланам.
Барлыҡ студенттарҙы ла етеп килгән байрамыбыҙ менән ҡотлайым! Уҡыуҙарында уңыштар һәм үҙ маҡсаттарына ирешеүҙәрен теләйем.

Студенттар көнөнә арналған барлыҡ материалдар гәзиттең үткән һанында баҫылды. 

Автор:Айгөл Халиҡова
Читайте нас: