Все новости
Йәштәр - беҙҙең киләсәк
8 Февраля 2023, 11:36

"Бәләкәй Зәйнетдин"

Уны шулай тиҙәр.

"Бәләкәй Зәйнетдин"
"Бәләкәй Зәйнетдин"
Күмертау егете Әнүәр Вахитовты. Бәләкәс кенә булһа ла хәтәр шәп йырлай, ҡумыҙҙа уйнай. Уның ҡатнашмаған конкурстары ҡалманы, буғай, ҡайҙа барһа ла еңә лә ҡайта. Афариндан башҡа һүҙ юҡ. Әле башланғыс класта ғына уҡыһа ла, Әнүәрҙе белмәгән кеше һирәк: кисә, ана, Күмертауға Зәйнетдин килде, ә залда бәләкәй генә булып ултырған малайҙы шунда уҡ таныны, таныны ла үҙе янына сәхнәгә саҡырҙы, маҡтаны, бүләк бирҙе. Бергәләшеп сығыш яһанылар, беҙҙең Әнүәр артист ағаһын уҙҙырып та ебәрҙе кеүек тойолдо хатта. 
Артығыҙҙан бына кемдәр үҫеп килә, Зәйнетдин, тимәк, бер аҙҙан башҡорт сәхнәһе буш ҡалыр тигән хафа юҡ. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: