Все новости

Малик - Чемпион!

Шәп яңылыҡ!

Малик - Чемпион!
Малик - Чемпион!

Алдан ҡысҡырған кәкүктең башы ауырта, тиҙәр. Шуға алдан ҡысҡырмай, сабыр ғына көттөк. Шым ғына. Ә хәҙер ҡысҡырһаҡ та була!!! Уррааа, Малик Емилов - чемпион!
Быға шик юҡ ине. Шулай ҙа беҙҙең холҡ шундай. Һөҙөмтәләр билгеле булғас ҡына яҙырбыҙ тинек.
Бөгөн Татарстандың баш ҡалаһы Ҡазанда көрәш буйынса Рәсәй беренселеге үтте. Унда Көйөргәҙе районы Яҡуп ауылы егете Емилов Малик Марсель улы ҡатнашты. Һәм чемпион исеменә лайыҡ булды! Алдан да яҙып үткән инек, Малик Ишембай ҡалаһының Нефть колледжында уҡып йөрөй. Ул уҡыу менән бер рәттән милли көрәш менән дә шөғөлләнеүен дауам итә. Бөгөнгө көндә ул Ишембай ҡалаһы данын яҡлап көрәштә ҡатнашһа ла, Көйөргәҙе районы данын арттырып ҡына тора. Сөнки ул Көйөргәҙе егете. Шуға күрә, Ҡазанда уның янында Ишембайҙан тренерҙары һәм Яҡуп ауылынан тренеры Самат Усман улы ла бар. Шундай шәп кешеләрең эргәңдә булғанда, беренсе урынды нисек алмайһың инде!?

Афарин, Малик! Беҙ һинең менән ғорурланабыҙ!

Яҡуп (Шайтанка). 

Автор:
Читайте нас: