Все новости

Батыр ҡыҙ

- Мин был спорт төрө менән күптән ҡыҙыҡһына инем.

Батыр ҡыҙ
Батыр ҡыҙ

"Күмертау уҡсылары" түңәрәге эш башлағас, мин ҡыуанып шунда йөрөй башланым. Түңәрәккә йөрөй башлауыма ике аҙна ғына ваҡыт уҙһа ла, Марсель Зәбихулла улы миңә лә ошо ярыштарға ҡатнашып ҡарарға тәҡдим итте. Беҙ, биш кеше, уның машинаһына ултырып юлға сыҡтыҡ. Конкурста ҡатнашыу миңә ныҡ оҡшаны, тәүгә барһам да 3-сө урын алып ныҡ ҡыуандым, артабан да ҡанатланып шөғөлләнергә дәрт алып ҡайттым был матур саранан, - тип тәҫьораттары менән уртаҡлаша "Урал Батырҙың ҡышҡы уйындары"нда уҡ атыу буйынса 3-сө урын алып ҡайтҡан батыр ҡыҙ Илина Ибраһимова.

 - Был ярыштарҙа уҡ атыусылар һаны 60-тан уҙҙы. Һәр ваҡыттағыса беҙ ҙә был ярыштарҙан ситтә ҡалманыҡ, үҙем дә ҡатнаштым, шулай уҡ, үҙем менән бергә түңәрәгемә йөрөгән йәш быуынды: Илназ Мусин, Урал менән Морат Ярышевтар һәм Илина Ибраһимованы алып барҙым...

Был хаҡта тулыраҡ гәзиттә яҙылды. 

Автор:Гөлнур Хөсәйенова
Читайте нас: