Күптәр быны яҡшы төшөнә (донъя үҙе өйрәтә). Бигерәк тә, Яҡшымбәт егеттәре аңлай. 8 класта ғына уҡып йөрөйҙәр, бәләкәйҙәр, әммә тормошҡа аңлы ҡарайҙар. Улар бөгөн диплом алды. Хәҙер улар электриктар! Ырымбур Дәүләт университетында махсус программа буйынса уҡынылар, өйҙәгеләр ҙә дәрт биреп торҙо: уҡы, улым, киләсәктә кәрәге тейер. Ауылдан килгән уҡытыусылары Азат Ғәлиев та бик ғорур баҫып тора, әйтерһең, дипломды үҙенә биргәндәр.
Һөнәрле үлмәҫ, һөнәрһеҙ көн күрмәҫ - афарин, егеттәр,