Все новости

Үҙебеҙҙекеләр

Барам тигән ниәт бөтөнләй юҡ ине.

Үҙебеҙҙекеләр
Үҙебеҙҙекеләр

Хиджама - исеме ят, процедураһы ла... З. Биишева романында мулланың, бәке менән тишеп, тасҡа ҡан ағыҙған күренешен уҡып, иҫтән яҙып йығыла яҙа торған инек тә. Бына диуаналар, кеше кешенең, шулайтып, ҡанын ағыҙамы ни - ҡырағайҙар.
"Ҡырағай" замандар, бына, кире ҡайтты, Хиджама тип, кем генә кабинет асып бөтмәне.

Сертификат бүләк иттеләр, иттеләр ҙә, ятамы-ята. Тотонмаһаң, әллә нисек, был беҙҙең бүләкте һанға һуҡманы тиүҙәре бар. Быныһы шулай, икенсе яҡтан, тәнеңде теләһә кемгә тотторғо килмәй, артып барған ҡаным бармы икән - быныһы ла һорау. Хиджама алдынан массажы ла була тинеләр, бына быныһы шәп. Юғиһә, массажды күптән яһатҡан юҡ, йәшерәк саҡта ҡатын яһай ине, әле бик теләге юҡ. Бәләкәйерәк саҡтарында балалар, менеп, арҡаны тапай инеләр быныһы ла ярап ҡала торғайны. Үҫтеләр. Өҫкә мендереп булмай.
Ҡыҫҡаһы, киттем. Теләһә кем булһа, бәлки, бармаҫҡа ла була ине, бында таныш кеше - Илфат Кинйәғолов, үҙебеҙҙең егет, көрәшсе.
Эштең рәтен белә икән, массажы оҡшаны. Ҡанды сығарғанда ла әллә ни ауыртманы. Ҡуйы икән, - тине Илфат, - һыуҙы күберәк эс. Инде, барлыҡ ғәмәлдәрҙе башҡарып, кейенеп кенә торһам, ишектә берәү күренде - быныһы ла үҙебеҙҙең егет. Яманһарыныҡы. 

- Әйҙә, абзый, миңә кереп, айфон ал. 
Материал - киләһе һанда. 
Автор:
Читайте нас: