Все новости

Йөрәктә һүнмәҫ хәтирәләр ҡалды

Миңә «Минең яратҡан баҫмам» тигән тема эләкте һәм, оҙаҡ уйлап тормайынса, үҙемдең яратып уҡыған, бөтә илебеҙҙә булған яңылыҡты ҡыҙыҡлы һәм үтемле итеп сағылдырып барыусы «Юшатыр» гәзите тураһында һөйләнем һәм жюри ағзалары сығышыма 100 балл ҡуйҙылар.

Йөрәктә һүнмәҫ хәтирәләр ҡалды
Йөрәктә һүнмәҫ хәтирәләр ҡалды

Был бәйгегә мине ныҡлы әҙерләгән уҡытыусым Ғәлиев Азат Зөлфәҡәр улына, ошо олимпиаданы ойоштороусы апай- ағайҙарға: Хөсәйенова Ләйлә Миҙхәт ҡыҙына, Хәбибуллина Зөләйха Әхмәт ҡыҙына, Толомбаев Вадим Зәйнулла улына, Әлибаев Зәки Арыҫлан улына, Нәбиуллина Гөлнур Мирзәй ҡыҙына йөрәгемдән сыҡҡан рәхмәттәремде еткерәм!
Айгизә БИКМАЕВА, Яҡшымбәт урта мәктәбе

Айгизәнең барлыҡ әйткәндәре гәзиттә йома көнө баҫылды. 

 

Автор:
Читайте нас: