Все новости

Ҡыҙҙарыбыҙға уңыштар теләйбеҙ

Уларҙың ғилми етәкселәре Азат Зөлфәҡәр улы Ғәлиев һәм Рузалия Әхмәҙи ҡыҙы Айҙарова.

Ҡыҙҙарыбыҙға уңыштар теләйбеҙ
Ҡыҙҙарыбыҙға уңыштар теләйбеҙ

18 апрелдә Яҡшымбәт мәктәбенең 11- се класс уҡыусыһы Бикмаева Айгизә менән 10 - сы класс уҡыусыһы Вәлитова Әҙилә М. Аҡмулла исемендәге БДПУ- ның Башҡорт филология факультеты ойошторған " Евразия киңлегендә мәҙәни - ара диалог- 2023" Бөтә Рәсәй ( халыҡ- ара ҡатнашлығында) фәнни - ғәмәли конференцияла ҡатнаштылар. Уҡыусылар, үҙҙәренең ғилми тикшереү эштәрен яҡлап, призлы урындар яуланылар.
Конференцияла Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Үзбәкстан, Татарстан Республикалары остаздары, уҡытыусылар, юғары уҡыу һәм мәктәп уҡыусыларына ҡатнашыу мөмкинселеге булдырылғайны. Ошондай мәртәбәле сараны ойошторған, һәр бер ҡатнашыусыны яҡты йөҙ менән ҡаршылаған БДПУ - ның Башҡорт филология деканы, профессор Ләйлә Миҙхәт ҡыҙы Хөсәйенова һәм бөтә педагогтарға оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Уҡыусы ҡыҙҙарыбыҙға уңыштар һәм яңы үрҙәр теләйбеҙ.

Р. Ә. Айҙарова, Яҡшымбәт мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

Автор:
Читайте нас: