23 апрелдә баш ҡалабыҙҙың Торатау конгрес-холында "BASH.LINGUA" Йәштәр мәҙәни-мәғариф этнофорумы уҙҙы. Унда республикабыҙҙың иң әүҙем, иң шәп, башҡалар өсөн өлгө булып торорлоҡ йәштәрен һәм шулай уҡ Өфөлә белем алған сит ил студенттарын йыйҙылар.
Был сара башҡорт халыҡ мәҙәниәтен халыҡ-ара киңлектә танытыу өсөн эшләнә, ҡыҫҡаһы Башҡортостан йәштәренең сит ил йәштәре менән практик-йүнәлешле диалогы өсөн тыуҙырылған майҙан.
Республикабыҙҙа тәүге тапҡыр уҙғарылған был сараға барлығы 200-ҙән ашыу йәштәр йыйылды һәм әлбиттә беҙҙең райондаштар араһында ла шәптәр етәрлек, улар ҙа был көндә Торатауҙы ситләп үтмәне.
Илүзә Вахитова был сарала ҡунаҡ булараҡ саҡырылһа, уның һеңлеһе Динара Вахитова ойоштороусыларға күркәм прическалар яһап, сараға әҙерләне. Өфөлә үҙенең массаж-салонын асып ебәргән йәш эшҡыуар, Юлия Ҡунаҡҡолова спикер булараҡ сығыш яһаны. Ул йәштәргә үҙ көстәрең, тырышлытарың менән ҙур ҡалала юғалып ҡалмай, үҙ эшеңде асып ебәреү серҙәрен һөйләп үтте.