- Конкурс тураһында һөйләгәндә, тәүҙә көтөлмәгән һәм тулҡынландырғыс булды, минең менән бергә Рима Фәттәхетдин ҡыҙы Арыҫланова барҙы, беҙ ныҡышмалы әҙерләндек, нимә көтөргә һәм нисек үтәсәген белмәнем. Әммә килеп еткәс, бер ниндәй ҙә тулҡынланыу кисермәнем. «Ҡайтыу юлы юҡ»- тип үҙемә әйттем дә, бар иғтибарымды конкурсҡа тупланым.
Барыһы 10 конкурсант инек, һәр береһе ныҡлы әҙерләнеп килгән ине. Беренсе этапта «Тыуған яҡ - Атайсал» темаһына башҡорт телендә дәрес уҙғарыу булды, мин үҙем килгән Күмертау ҡалаһы, тыуған төйәгем тураһында һөйләнем, балаларға ҡалабыҙ хаҡында белеү ҡыҙыҡлы булды, шулай уҡ, һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн реабилитация үҙәгебеҙ тураһында ла һөйләнем, балалар улар өсөн изге эш эшләргә булды, ҡул эҙҙәрен төшөрөп, теләктәр яҙҙылар, уларҙы был бик мауыҡтырҙы, хатта туҡтатып алып булмай ине, был да яҡшы, иң мөһиме дәрестең йөкмәткеһен сағылдыра алдым.
Артабан, «Иң Яҡшы теоретик» этабы үтте...
Азалияның фекерҙәре һәм был конкурс тураһында тулыраҡ гәзиттә яҙылды.