Все новости
Йәштәр - беҙҙең киләсәк
4 Августа 2023, 16:27

"Кадр” балалар медиастудияһына старт бирелде

- Тәүге фильмыбыҙ Михайловка ауылындағы Анастасия Константинованың картуф ҡаҙыуы хаҡында буласаҡ.

"Кадр” балалар медиастудияһына старт бирелде
"Кадр” балалар медиастудияһына старт бирелде

Районыбыҙҙа “Кадр” инклюзив медиастудияны булдырыу проекты старт алды. Был йәштәр проекты президент Фондынан 548 мең һумлыҡ грант отоуы хаҡында яҙғайныҡ. Хәҙер районыбыҙҙағы 23 балаға фильм төшөрөү серҙәрен өйрәтәсәктәр. Уларға нисек видео төшөрөү, сифатлы итеп монтаж яһау, ҡыҙыҡлы интерьвюлар алыу кеүек дәрестәр үтәсәк.
- Беренсе фильмыбыҙҙы планлаштырып та ҡуйҙыҡ. Михайловка ауылындағы Анастасия Константинова хаҡында буласаҡ. Яуҙа йөрөгән егеттәр өсөн сәскән картуфты ҡаҙыуы тураһында төшөрөргә уйлайбыҙ, - тине проект етәксеһе Дилә Батурина.
Был хаҡта тулы килеш гәзиттә сығасаҡ. 

Автор:
Читайте нас: