- Юҡ, көрәшһеҙ тормошомдо күҙ алдына ла килтерә алмайым, шуға күрә, тренерлыҡты ҡалдырмайым. Ошоңарсы үҫештереп, көрәш серҙәренә төшөндөрөп килгән егеттәремде ярты юлда ташлап ҡалдырыу, минең өсөн ҙур яуапһыҙлыҡ булыр ине. Минең тәрбиәләнеүселәрем, Башҡортостан республикаһы, Рәсәй призерҙары, шуға күрә, ике эште берләштереү нисек кенә ауыр булмаһын, тренерлыҡты, спортты ташламайым.
- Нисек кенә тиһәң дә, Керәүле-Илюшкин ауылы менән сағыштырғанда Яңы Мораптал үҫешкән, перспективалы ауыл, унан китеп төпкөл ауылға эшкә барыуығыҙға ғаиләгеҙ нисек ҡараны?
- Ғаиләм минең һәр аҙымымды хуплап, бар яҡлап та ҡеүәтләп тора. Был юлдың еңел булмауын, яңы эшемдең яуаплы булыуын аңлап ҡабул иттеләр. Аллаға шөкөр, яныңда һине аңларлыҡ яҡындарың бар икән, был үҙе ҙур көс өҫтәй. Бала саҡтан спорт менән шөғөлләнеп, сынығып үҫкән кеше булараҡ, ауырлыҡтарҙан ҡурҡмайым, ғаиләм быны яҡшы белә, шуға миңә ышаныс менән ҡарай.
- Бөгөнгө көндә бар ерҙә лә кадрҙарға ҡытлыҡ кисергән ваҡыт. Йәштәр белем алғас ауылдарға ҡайтмай, уҡытыусы һөнәрен үҙләштереүселәр ҙә көндән көн һирәгәйә. Һинең ҡарауға уҡытыусы булыу еңелме?
- Педагог булыу, әлбиттә еңелдән түгел. Был бик яуаплы эш, мораль яҡтан сыныҡҡан, был эшкә күңелең менән әҙер булыу мөһим. Эшеңә еңел-елпе генә, яуапһыҙ ҡарау был һөнәр өсөн килешмәй. Бәлки йәштәр шуға ла был юлды һайлап бармайҙыр.
- Тимәк, был өлкәлә эшләргә теләгән йәштәргә, мораль яҡтан әҙер һәм яуаплы булырға кәңәш итәһегеҙ?
- Йәштәргә шуны әйтер инем, бер ҡайҙа ла, тик торғандан аҡсаны ҡулыңа тоттороп ҡуймайҙар, нимәгәлер өлгөшер өсөн, хеҙмәтең уңыштар килтерһен өсөн, һәр ерҙә лә ең һыҙғанып эшләр кәрәк. Алма беш - ауыҙыма төш, тип ятһаң, уңыштарға өлгәшеп булмай. Уҡытыусы һөнәренә килгәндә, был бик рәхмәтле эш, өҫтәүенә эшеңдең һөҙөмтәһен күреү мөмкинселеге бар. Миҫал өсөн, көрәш буйынса минең уҡыусым берәй урын ала икән, был минең өсөн, минең эшем өсөн ҙур баһа. Көрәш кенә түгел, әгәр ҙә һинең уҡыусың тормошта ниндәйҙер уңыштарға өлгәшеп, матур йәшәй икән, уның тәрбиәһендә һинең дә өлөшөң барлығын белеп, уның өсөн ғорурлана алаһың. Бына, тап ошо тойғолар өсөн, йәштәргә уҡытыусы һөнәрен һайлауҙы кәңәш итер инем.
Керәүле-Илюшкин ауылының өр-яңы мәктәбенең өр-яңы директоры Илшат Юлбаев менән әңгәмә тулы килеш уҙған һанда баҫылды.