Все новости
Яңылыҡтар
15 Ноября 2016, 12:35

«АШҠАҘАР»ҘА ЯҢҒЫРАЯСАҠ

Шәмбе көнө ҡаланың М.Исҡужин исемендәге 13-сө башланғыс мәктәбендә уҡыусылар ҡасандыр ошо мәктәптә уҡытып киткән балалар яҙыусыһы, педагог-методист Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина менән осрашты.

Шәмбе көнө ҡаланың М.Исҡужин исемендәге 13-сө башланғыс мәктәбендә уҡыусылар ҡасандыр ошо мәктәптә уҡытып киткән балалар яҙыусыһы, педагог-методист Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина менән осрашты. Сарала Күмертау ижадсылары Кинйәғәли Абдуллин, Закир Әкбәров, Руша Солтанғолова, Рима Арыҫланова, уҡытыусы Хәҙисә Кинйәбаева ҡатнашты. Мәктәп уҡыусылары был көндө рәхәтләнеп яратҡан яҙыусыларының хәтирәләрен, ижади әҫәрҙәрен тыңлап ҡына ҡалманы, үҙҙәре лә тасуири һөйләү оҫталыҡтарын күрһәтте. Шулай уҡ был көндө «Ашҡаҙар» радиоһына ла тапшырыу эшләнде. Мәктәбебеҙ уҡыусыларының тауыштары тиҙҙән радио аша ла яңғыраясаҡ.
Читайте нас: