Все новости
Яңылыҡтар
15 Ноября 2016, 12:34

ДӘРТЛЕ КИСӘ КӨТӘ

17 ноябрҙә, 19.00 сәғәттә, Ермолаевоның «Йәшлек» район мәҙәниәт һарайында 30 йәштән оло булғандар өсөн ял кисәһе уҙғарыласаҡ.

17 ноябрҙә, 19.00 сәғәттә, Ермолаевоның «Йәшлек» район мәҙәниәт һарайында 30 йәштән оло булғандар өсөн ял кисәһе уҙғарыласаҡ. Күңелле лә, шул уҡ ваҡытта файҙалы ла сараны райондың «Ағинәйҙәр» ойошмаһы, район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ярҙамында Көйөргәҙе районының «Аҡъюл» димселәр клубы ойоштора. Яңғыҙҙар бында мотлаҡ үҙҙәренең икенсе яртыһын табасаҡ. Моңло йырҙар тыңлап, дәртләнеп бейеп, уйнап, күңел асырға теләгәндәрҙең барыһын да көтөп ҡалабыҙ. Хатта, иң әүҙемдәр өсөн шәп бүләктәр ҙә әҙерләп ҡуйылған. Инеү түләүле.
Читайте нас: