Все новости
Яңылыҡтар
15 Ноября 2016, 12:42

РАЙОН ВӘКИЛДӘРЕ ЛӘ ҠАТНАШТЫ

Яҡшымбәт урта мәктәбендә кесаҙна көндө «Сәләмәт йәшәү рәүеше тәрбиәләүҙә ғаиләнең һәм мәктәптең роле» темаһына дөйөм мәктәп ата-әсәләр йыйылышы үтте.

Яҡшымбәт урта мәктәбендә кесаҙна көндө «Сәләмәт йәшәү рәүеше тәрбиәләүҙә ғаиләнең һәм мәктәптең роле» темаһына дөйөм мәктәп ата-әсәләр йыйылышы үтте. Сарала район вәкилдәре лә ҡатнашты. Бәлиғ булмағандар эше буйынса инспектор Т. А. Бычкова, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге инспекторы Б. С. Логинов, участка инспекторы Ф. Д. Искәндәров ата-әсәләр алдында сығыш яһаны. Т. А. Бычкова үҙ сығышында Яҡшымбәт мәктәбе уҡыусылары араһында тәртип боҙоусылар булмауын билдәләп, ата-әсәләргә һәм уҡытыусыларға балаларҙы яҡшы тәрбиәләгәндәре өсөн рәхмәт әйтте. Б. С. Логинов тыңлаусыларҙы юлдарҙа хәүефһеҙлекте һаҡларға, тиҙлекте арттырмаҫҡа, хәүефһеҙлек ҡайыштары һәм балалар креслолары ҡулланырға саҡырҙы. Күптән түгел эш башлаған Ф. Д. Искәндәров ата-әсәләрҙе айыҡ, тәртипле тормош алып барып, балаларҙы яҡшы өлгөлә тәрбиәләү кәрәклеге тураһында иҫкәртте.
Читайте нас: