Все новости
Яңылыҡтар
17 Ноября 2016, 17:34

ЛУГАНСК ХАЛҠЫНА ЯРҘАМ

2015 йылдан алып «Башҡор-тостандың Хәрби Хәрәкәттәр ветерандары Союзы» төбәк йәмәғәт ойошмаһы Украинаның Көньяҡ-Көнсығышында йәшәүсе халыҡҡа төрлөсә ярҙам күрһәтеп тора.

2015 йылдан алып «Башҡор-тостандың Хәрби Хәрәкәттәр ветерандары Союзы» төбәк йәмәғәт ойошмаһы Украинаның Көньяҡ-Көнсығышында йәшәүсе халыҡҡа төрлөсә ярҙам күрһәтеп тора. Әле лә улар 16 декабргә хәтлем гуманитар ярҙам йыйыу ойоштора. Мөмкинлеге булған һәр бер физик һәм юридик шәхес, сәйәси һәм йәмәғәт ойошмаһы Луганск Халыҡ Республикаһында йәшәгән дуҫтарыбыҙға төрлө ярмалар, макарон изделиелары, он, шәкәр, тоҙ, ҡуйыртылған һөт, консервалар, сәй, пластмасса һауытта бал һәм башҡа шуның кеүек тиҙ боҙолмай торған аҙыҡ-түлек; төҙөлөш материалдары; йылы яңы кейемдәр; спорт кәрәк-яраҡтары; балалар аҙығы; Яңы йылға бүләктәр; канцелярия тауарҙары йыйып, район хакимиәтенең 328-се бүлмәһенә тапшыра ала.
Аҡсалата ярҙамды Рәсәй сбербанкының теләһә ҡайһы бүлексә-һенән түбәндәге иҫәпкә күсереп була: р/с 40703810106000001057, ИНН 0274900042, БИК 048073601, кор.счет 30101810300000000601 с пометкой «Благотворительная помощь ЛНР».




Читайте нас: