Все новости
Яңылыҡтар
22 Ноября 2016, 01:13

«АСЫҠ РЕСПУБЛИКА» СИСТЕМАҺЫ

Бына бер нисә йыл инде Башҡортостан Республикаһында Интернет киңлегендә “Асыҡ Республика” үҙенсәлекле мәғ-лүмәт системаһы эшләй.

Бына бер нисә йыл инде Башҡортостан Республикаһында Интернет киңлегендә “Асыҡ Республика” үҙенсәлекле мәғ-лүмәт системаһы эшләй. Системаның уникаллеге шунда, һәр кем бында үҙенә кәрәкле мәғлүмәт, ярҙам табыр, мәҫәлән, власть органдарының электрон ҡабул итеү бүлмәһенә туранан-тура мөрәжәғәт итә, ҡулай вакансия таба, ҡабул ителгән закон проекттары хаҡында хәбәрҙар була, төбәкте үҫтереүгә һәм төҙөкләндереүгә ҡағылышлы теге йәки был мәсьәләләрҙе хәл итеүгә йоғонто яһай, халыҡтан һорауҙарға яуап алыуҙарҙа ҡатнаша, мәҙәни мираҫ ҡомартҡылары менән виртуаль таныша алыр һ.б.
Мәғлүмәт системаһы бер нисә компонентты һәм власть органдарының асыҡлығын арттырыу, электрон демократияны үҫтереү кеүек ике төп йүнәлеште үҙ эсенә ала. Власть органдарының асыҡлығы халыҡҡа уларҙың эшмәкәрлеге тураһында ентекле мәғлүмәт (шул иҫәптән машина уҡыған формала) биреүгә ҡорола. Элект-рон демократия иһә йәмғиәт менән власть араһындағы бәйләнештең өр-яңы алымдарын файҙаланыуҙы күҙаллай.
Килеп тыуған һорауҙарығыҙ буйынса Көйөргәҙе районы хакимиәтенең 227-се бүлмәһенә мөрәжәғәт итә алаһығыҙ (тел.: 8-999-623-00-22, 6-11-69, email: [email protected]).
Читайте нас: