Ауылдарҙа һыу торбалары йыш тишелә. Зәк-Ишмәт ауыл советы хакимиәте башлығы Р.Т. Абдуллин әйтеүенсә, йәй буйы шуларҙы йүнәтеп йонсоғандар. Кисә генә бер ерҙән ямаһалар, бөгөн икенсе ерҙән бәреп сыҡҡан.
«Ялсыҡайҙа, Яңы Таймаҫта тишелде. Торбалар бөтөнләй иҫке, тимере сереп бөткән, тыштағы һумалаһы ғына ҡаплап тора, - ти Таймаҫ ауыл советы хакимиәте башлығы И.И. Юлдыбаев. - Таймаҫта яртыһынан күбеһе пластмасса торбалар. Быйыл «Реаль эштәр» проекты буйынса бүленгән аҡсаға 100 метры төҙөкләндерелгәйне, яҙға тотошлай яңыртырға уйлайбыҙ».