Б. Бикбай исемендәге Яңы Мораптал мәктәбе уҡыусылары һуңғы арала төрлө конкурстарҙа ҡатнашып еңеүҙәр яулағандар. Күмертауҙа үткән, проза, шиғриәт һәм һүрәт бу-йынса «Бәхеттең ете төҫө» исемле ижади эштәр конкурсынан да ситтә ҡалмағандар. Унда Эльфира Вәлиева етәкселегендә 1-се урынға Алһыу Нафиҡова (10 класс) менән Илүзә Ғәлиева (6 класс) лайыҡ булһа, 2-се һәм 3-сө урындарҙы Алина Юлдашева (7 класс) менән Илнара Аҙнабаева бүлеште. Шулай уҡ районыбыҙ күләмендә үткән «Пою мою Республику» тип аталған инша конкурсында ла көс һынанылар. Йәнә Эльфира Вәлиева етәкселегендә 1-се урынды Альбина Ҡотлобаева (11 класс) һәм 3-сө урынды Ангелина Таңатарова алһа, Гөлзиә Мөлөкова етәкселегендә 2-се урынды Дания Хәсәнова (7 класс) яуланы. Павловка мәктәбендә үткән фәнни-ғәмәли конференцияла ла ҡатнашып Илназ Ниғмәтуллин (8 класс) 1-се урынды яулай.