Уҙған шәмбелә Ермолаевоның «Сокол» физкультура-һауыҡтырыу комплексында Башҡортостандың мини-футбол буйынса асыҡ турнирының сираттағы 2-се туры уҙғарылды. Ярышта Мәләүездән ике, Күмертауҙан һәм Ырымбур ѳлкәһенең Тѳйлѳгән районынан берәр команда ҡатнашты. Кѳсѳргәнешле алышта Мәләүез спортсылары уңышлы сығыш яһаны. Турнир шарттарына ярашлы, был турҙа кѳйѳргәҙеләр ҡатнашманы, улар 26 ноябрҙә Мәләүез ҡалаһының ике командаһы ҡатнашҡан 3-сѳ турҙа кѳс һынашасаҡ.