Все новости
Яңылыҡтар
23 Ноября 2016, 01:44

ҺӨНӘР ҺАЙЛАУ

Үткән йома Шәбағыш ауылы мәктәбендә «Һөнәр һайлауҙағы төп факторҙар» тип аталған сара үтте.

Үткән йома Шәбағыш ауылы мәктәбендә «Һөнәр һайлауҙағы төп факторҙар» тип аталған сара үтте. Бында 9-11класс уҡыусылары һөнәр һайлауға етди ҡарар кәрәклекте, үҙеңдең һәләтеңде, ҡыҙыҡһыныуыңды баһалау, ниндәй һөнәрҙәр оҡшауын, киләсәктә нимә менән шөғөлләнергә теләүен һәм шулай уҡ хеҙмәт баҙары ихтыяжын да иҫәпкә алыу мөһимлеге хаҡында төплө фекер алышты. Һөнәр һайлап, кеше үҙ тормошон үҙе төҙөй, шуға ла буласаҡ студенттар һайлаған һөнәрҙәрҙең талаптары менән танышып, үҙҙәренең уйҙарын әйтте.
Читайте нас: