Рәсәй хөкүмәтендә 2017 йылдың 1 июленән торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өсөн тарифтарҙың артыуы хаҡындағы ҡарар раҫланды. Хаҡтарҙың иң ныҡ артыуы Рәсәйҙең баш ҡалаһы Мәскәүҙә күҙәтелһә, Төньяҡ Осетия халҡы коммуналь хужалыҡ өсөн түләүҙәрҙең артыуын әллә ни һиҙмәйәсәк тә.
Түләүҙәр, Хөкүмәттең ҡарарына ярашлы, Мәскәүҙә — 7%, Санкт-Петербург, Яҡутия һәм Камчатка крайында 6%-ҡа артасаҡ. Уларҙан ҡала, өсөнсө урында Башҡортостан Республикаһы килә. Беҙгә алдағы йылда ҡайышты тағы ла нығыраҡ быуып, коммуналь хеҙмәттәр өсөн кеҫәнән 5,8 %-ҡа күберәк аҡса сығарып һалырға тура киләсәк. Шул уҡ ваҡытта Төньяҡ Осетияла хаҡтарҙың 2,5 %-ҡа ғына артыуы көтөлә. Был үҙгәрештәр тик Ҡырым һәм Севастополь халҡына ғына ҡағылмай. Уларҙың түләүҙәре киләһе йылда үҙгәрешһеҙ ҡаласаҡ.