Все новости
Яңылыҡтар
24 Ноября 2016, 02:20

ЭСКЕЛЕККӘ ЮЛ ҠУЙМАҪҠА

Прокуратура мәғлүмәттәренә ҡарағанда, һуңғы айҙа районыбыҙ территорияһында йәмәғәтселек урындарында енәйәтселек артыуы күҙәтелә.

Прокуратура мәғлүмәттәренә ҡарағанда, һуңғы айҙа районыбыҙ территорияһында йәмәғәтселек урындарында енәйәтселек артыуы күҙәтелә. Уларҙың күбеһе иҫерткес эсемлектәр ҡулланыу арҡаһында ҡылына. Ошо уңайҙан, шишәмбе көндө, район хакимиәтендә ВИЧ-инфекцияны, эскелек һәм алкоголизмды профилактиклау буйынса сираттағы ведомство-ара комиссия ултырышы үтте.
Йыйылышта ауыл хакимиәте башлыҡтарына, Көйөргәҙе районы буйынса эске эштәр бүлегенә имен булмаған ғаиләләр менән эш алып барыу, «Һаумыһығыҙ, мин һеҙҙең участковый» акцияһын ойоштороу, законһыҙ рәүештә спиртлы эсемлектәр һатыуҙы иҫкәртеү өсөн магазиндарҙа рейдтар үткәреү, «Юшатыр» һәм «Көйөргәҙе» гәзиттәрендә халыҡ араһында алкоголизмды профилактикалау тураһында эштәрҙе яҡтыртыу, алкоголизм менән ауырыусыларҙы дауаларға ебәреү кеүек эштәрҙе әүҙемләштерергә тигән ҡарарға килделәр.
Читайте нас: