Көләс ине йөҙөң, нурлы ине,
Һис бер илағаның күрмәнем.
Эстәреңдә ялҡын дөрләгәндер,
Балалығым менән белмәнем.
Хоҙай ниңә насип итмәне икән
Риза булып тарттың донъя йөгөн,
Зарланманың, бер ҙә көймәнең.
Ялтлап торор ине өйҙөң эсе,
Хуш еҫле ине йыуған керҙәрең.
Йырлағаның гел оҙон көй ине.
Ҡыҫҡа булды ниңә ғүмерең?
Күрмәнеңме, һиҙмәнеңме әллә
Яҙҙарҙан һуң йәйҙәр килерен?
Яҙҙар һайын муйыл сәскә ата,
Бер мин генә түгел, әсәкәйем,