Все новости
Яңылыҡтар
28 Ноября 2016, 02:40

БЕҘҘЕ БЫНДА ЛА УҠЫЙҘАР...

Интернет селтәрендәге вКонтакте сайтында «Юшатыр» гәзитебеҙҙең үҙ төркөмө бар.

Интернет селтәрендәге вКонтакте сайтында «Юшатыр» гәзитебеҙҙең үҙ төркөмө бар. Унда гәзиттә баҫылған материалдарҙы ғына түгел, ә көндәлек ваҡиғаларҙы ла яҡтыртабыҙ. Был бәйләнештә беҙҙең менән меңдән артыҡ яҙылыусыларыбыҙ аралаша, үҙҙәренең уй-фекерҙәрен яҙа, хатта дискуссияға ла инеп китәләр. Һәр кем булған яңылыҡтарын да, материалдарын да беҙҙең ошо төркөмгә ебәрә ала.

Гәзит уҡыусыларына, ошо «Юшатыр» төркөмөндә яҙылған дуҫтарыбыҙҙың бер нисә аңлатмаһын тәҡдим итәбеҙ. (Авторҙарҙың орфографик хаталары һәм стиле үҙгәртелмәне).

Хәҙисә Ғәлләмова: Дуҫлыҡ — юғалмаҫ ул, әгәр кешеләр бер-береһе менән ДУҪ йәшәһә.

Ә бына ҡасандыр Күмертау ҡалаһында КҮМЕР сыҡҡанын йәш быуын онотмаҫҡа һәйбәт булыр. ДВОРЕЦ УГОЛЬЩИКОВ — матурыраҡ яңғырай һәм КҮМЕРСЕЛӘР тураһында ла гел иҫләтеп торасаҡ. Күбеһенең атай-олатайҙары күмер сығарған бит!

Хужаларына — КҮМЕРСЕЛӘРГӘ әйләнеп ҡайтты, дворец—һарай.

(Күмертауҙағы «Дуҫлыҡ» мәҙәниәт һарайы элекке Күмерселәр һарайы тигән исемен кире ҡайтарасағы хаҡындағы материалға ҡарата);

###

Әхсән Хәлилов: Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге премия булдырылһа, әҙәбиәт өлкәһе өсөн дә, мәҙәниәт өлкәһе өсөн дә харап шәп булыр ине. Ә мәртәбәһе үҙе ни тора!!!

(Яҙыусыларҙың ҡала хакимиәте башлығы Борис Беляев менән осрашыуы, ҡалала әҙәби премия булдырыу, ҡала альманахын сығарыу, премияға Союз башында торған З. Йәнбирҙина исемен биререргә тәҡдим ителеү хаҡындағы яҙмаға);

###

Әнисә Түләгәнова: «Көйөргәҙе моңдары» тип яҙылған ерҙә сиған йыры башҡарылды...

Шағир һүҙен көткән инек...

Әхсән Хәлилов: Яҙыусыларҙың бар эштәрен, ижадын халыҡҡа еткереп торған «Юшатыр» гәзите вәкилдәренә һүҙ бирелмәүе минең өсөн, мәҫәлән, сәйер тойолдо.

Рәмилә Иҫәнғолова: Кисә миңә лә оҡшап етмәне. Сценарийҙың йөкмәткеһендә лә хаталы урындар күп ине. Сценарийҙың авторы Күмертау яҙыусылар ойошмаһы тарихын төплө белеп етмәй, ахырыһы. Шағир һәм яҙыусылар һүҙенә ҡарағанда концерт номерҙары күберәк булды. Элек «Көйөргәҙе моңдары» булған сағында ундай кисәләр йәнлерәк һәм йәмлерәк үтә торғайны. Дөйөмләштереп әйткәндә, юбилейға арналған концерт булды, ә әҙәби өлөш - юҡ. Яҙыусылар ойошмаһы юбилейы булғас, әҙәби өлөшөнә ҙурыраҡ урын бирелһә, отошло булыр ине...

(«Рассвет» мәҙәниәт йортонда үткән яҙыусылар ойошмаһының юбилей кисәһенә ҡарата фекерҙәр);

###

Руслан Юлтаев: Хорошая статья получилась. Приятно, что наши журналисты грамотно излагают свои мысли. Спасибо большое!

(Яҡташыбыҙ, Ермолаево егете, кинорежиссер Руслан Юлтаев менән әңгәмәгә ҡарата);

###

Raliya Pepelyaeva (Sharipova)

Ул выбордар справедливый булдылармы икән ул??? Ышанмайымсы ул. (Үткән һайлауҙар тураһындағы мәҡәләгә ҡарата);

###

Гүзәл Хәйбуллина: Исанмесез, куптән язышкан юк, полиция семечка ашап, кишер сәйнәп ултырыр өсөн!!!!

(Ермолаеволағы быуа янындағы күпер тотҡастарын емереүҙәре, ошо уҡ төндә яңы асылған Дан аллеяһындағы эскәмйәләрҙе лә ҡуптарыуҙары хаҡындағы материалға ҡарата);

###

Зәкинә Ханым: Дөрөҫ, ауылдарҙың киләсәге һәр ауыл халҡынан тора, ул бит башҡорттарҙың киләсәге

(Түкән ауылында үткән урам байрамы хаҡындағы мәҡәләгә ҡарата);

###

Әмир Бөрйәнов: Бер уйлаһаң, дәже ҫуғыш ваҡытында ла мәктәпләр ҙә, ВУЗлар ҙа, балнислар ҙа бөтмәгән дә ҡушылмаған да. Чинауниктың Крузакта йөрөүе-йөрөмәүе был мәсьәләне хәл итмәҫ ул. Дәүләт йоморобашлары иҡтисад менән шөғөлләнергә уйламай бит.

(Район менән ҡаланы ҡушырҙармы берәй ҡасан тигән темаға арналған түңәрәк өҫтәл материалына ҡарата);

###

Хәлисә Ғәлләмова: Уртаҡ малды эт йыймаҫ.

###

Әмир Бөрйәнов: Аааа, нисек ҡалған ул был нәмә. Донъя әбләйләренә әйтергә кәрәк килеп ҡырҡҡылаһындар.

(Элек һәр ауылда зернотоктарҙың геүләүе, хәҙер бер нисәү генә ҡалыуы, барыһын да металға ташып бөтөүҙәре хаҡындағы мәҡәләгә ҡарата);

###

Лена Ғәббәсова: Ҡыйыу фекер, һәр ваҡыттағыса молодцы!

(Б. Бикбай премияһын быйыл кемгә биреү буйынса һөйләшеүгә бәйле).

Һеҙ ҙә беҙгә яҙығыҙ, уҡығыҙ, фекерләшегеҙ...

Читайте нас: