Кисә район үҙәгендә «Күп фатирлы торлаҡ йортта газ шартлау» буйынса уҡыу-тренировка үткәрелде. Сарала райондың ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү комитетынан — 4 кеше, эске эштәр бүлегенән — 5, үҙәк ҡала дауаханаһынан — 3 медицина хеҙмәткәре, янғын надзоры часынан — 3, «Газпром газ бүлеү Өфө» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенән — 8, һәм «Күмертау электр селтәрҙәре» йәмғиәтенән 2 кеше ҡатнашты.
Үткәрелгән тренировканың легендаһы буйынса дежур диспетчер хеҙмәтенән бер күп фатирлы йортта газ ҡорамалдарын дөрөҫ файҙаланмау һөҙөмтәһендә газ шартлауы хаҡында хәбәр килә. Йорттоң бер өлөшө емерелеп төшөп 3 кеше емереклектәр аҫтында ҡалған. Ғәҙәттән тыш хәл булған урынға тиҙ арала килеп еткән ҡотҡарыу хеҙмәте йортҡа газ, электр энергияһы һәм һыу биреүҙе туҡтатты. Артабан гидравлик ҡоролма ярҙамында махсус конструкцияны таратып, «фажиғәгә» тарыған 3 кешене сығарҙы.