Дәүләт корпорацияһының генераль директоры Сергей Чемезов республика башлығы Рөстәм Хәмитов менән осрашыуында «Ростех» һинд заказы буйынса вертолет двигателдәрен етештереүҙең бер өлөшөн ҡалабыҙҙағы КүмАПП-ҡа күсереүе хаҡында әйткәйне. Күптән түгел Ка-226 вертолетын Һиндостан менән бергә етештереү буйынса килешеүгә ҡул ҡуйылды. Рәсәй контракт сиктәрендә 200 вертолет төҙөргә тейеш, уларҙың 40-ын мотлаҡ әҙер килеш, ә ҡалғандарын комплекттар менән һәм аҙаҡҡы стадияһы Һиндостанда максималь рәүештә локалләштереү өсөн йыйылмалар рәүешендә бирергә тейеш.