Все новости
Яңылыҡтар
29 Ноября 2016, 02:59

ИЗГЕЛЕК ЕРҘӘ ЯТЫП ҠАЛМАҪ

26 ноябрҙә ҡалабыҙҙың Калинин урамы, 1А адресы буйынса урынлашҡан «Рәхмәт» Мәрхәмәтлек магазины Ермолаево ауылындағы «Рамаҙан»...

6 ноябрҙә ҡалабыҙҙың Калинин урамы, 1А адресы буйынса урынлашҡан «Рәхмәт» Мәрхәмәтлек магазины Ермолаево ауылындағы «Рамаҙан» мәсетендә мохтаждарға, күп балалы ғаиләләргә, инвалидтарға, хаҡлы ялдағыларға, етемдәргә, яңғыҙ әсәләргә бушлай әйбер таратыуҙы ойошторҙо. Бында районыбыҙҙың 20-нән артыҡ ғаиләһе ярҙам алып ҡыуанды. «Сараны ойоштороуҙа ярҙам итеүсе мәсеттең имам хатибы Азат Хәлиловҡа рәхмәт», - ти мәрхәмәтлек магазины хужаһы Руция Дауытова.

Ә инде 27 ноябрҙә Башҡорт иҡтисад-юридик колледжының һөнәри әҙерлек үҙәге менән берлектә «Рәхмәт» магазины «Әсә көнө»н дә матур итеп үткәрҙе. «Әсәй, мин һине яратам!» тип аталған проектҡа күп балалы йәш әсәләр балалары менән килде. Әсәләр матурлыҡ салонында бушҡа хеҙмәтләндерелһә, кескәйҙәр был ваҡытта изге кешеләренә үҙ ҡулдары менән бүләктәр яһаны.

Мөғжизәле байрамды ойоштороуҙа «Позитив» арт-студияһы, «Ашығыс аҡса» микрофинанслау ойошмаһы ярҙам итте. Сара һуңында «Йәшәү ризығы» мәрхәмәтлек фонды тарафынан әҙерләнгән тәмләткестәр менән сәй эсеү булды.

Байрамға килгән әсәләргә тормош кәрәк-яраҡтарынан торған бүләктәр ҙә тапшырылды.

Читайте нас: