Башҡортостан Юғары суды 24 йәшлек С. Букаев менән 22 йәшлек К. Сурковҡа ҡарата ҡарар сығарҙы. Был егеттәр, иҫегеҙҙә булһа, 2015 йылдың яҙында ҡот осҡос енәйәт ҡылғайны - Күмертауҙың К. Маркс урамындағы бер йортта биш кешене һуйғайнылар. Беҙ был турала ентекле яҙғайныҡ. Енәйәтселәр фатирға ут төртөп ҡасҡайны, әммә тиҙ арала тотолғайнылар. Суд ҡарары был әҙәмдәргә ҡарата ҡаты яңғыраны: мәңгелеккә төрмәгә ултыртырға һәм кеше үлтереүселәрҙән әхлаҡи зыян өсөн 9 миллион һум алырға.