Все новости
Яңылыҡтар
29 Ноября 2016, 03:14

ПИОНЕРҘАРҘЫҢ ДУҪЛЫҠ КҮПЕРЕ

«Дуҫлыҡ күпере» Республика акцияһы сиктәрендә Б. Бикбай исемендәге Яңы Мораптал мәктәбендә Иҫке Отрада...

«Дуҫлыҡ күпере» Республика акцияһы сиктәрендә Б. Бикбай исемендәге Яңы Мораптал мәктәбендә Иҫке Отрада, Ермолаевоның 2-се һанлы мәктәбенең балалар берекмәләре вәкилдәре менән осрашыу булды. Бындай «Дуҫлыҡ күперҙәре» «Башҡортостан пионерҙары» һәм «Йәйғор» район балалар йәмәғәт ойошмаларын үҫтереү, үҙ-ара хеҙмәттәшлек итеү, тәжрибә менән уртаҡлашыу, балаларға һәм үҫмерҙәргә идея-әхлаҡи, илһөйәрлек тәрбиәһе биреү маҡсатында үткәрелә. «Ҡыҙыҡһыныусылар утрауы», «Калейдоскоп», «Океан» пионер дружиналары вәкилдәре сағыу сығыштар, күңелле һәм ныҡ ҡыҙыҡ уйындар әҙерләгән. Район «Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто»ноң пионерҙар хәрәкәте буйынса методисы Гөлназ Юлтаева район пионерҙарына акцияла әүҙем ҡатнашҡандары өсөн рәхмәт белдерҙе һәм Почет грамоталары тапшырҙы.
Читайте нас: