Все новости
Яңылыҡтар
29 Ноября 2016, 03:01

ВИДЕОФИЛЬМ ДА, КОНЦЕРТ ТА ҠАРАНЫЛАР

Айсыуаҡта Әсә кѳнѳнә арналған сара урындағы Ағинәйҙәр клубы ағзалары тәҡдиме менән мәҙәниәт йортонда уҙғарылды.

Айсыуаҡта Әсә кѳнѳнә арналған сара урындағы Ағинәйҙәр клубы ағзалары тәҡдиме менән мәҙәниәт йортонда уҙғарылды. Әсәләрҙе Ағинәйҙәр йәмғиәте етәксеһе Мәүлиҙә Яхина, ауыл старостаһы Хәйерлә Шалабаева тәбрикләне. «Бәпембә» балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре ҡатнашлығында ҡәҙерле кешеләргә бағышланған видеофильм, улар һәм мәктәп уҡыусылары тарафынан әҙерләнгән концерт номерҙары күрһәтелде. Ҡайһы бер ҡатын-ҡыҙҙарҙың сәхнәгә сығып йырлауын йыйылыусылар алҡышлап оҙатты. Сара табындағы йәнле әңгәмә менән тамамланды.
Читайте нас: