Все новости
Яңылыҡтар
1 Декабря 2016, 03:20

АРТИСТАРҘАН КӘМ БУЛМАНЫЛАР

Яҡут ауылы мәҙәниәт йортонда Әсә көнөнә арналған «Супер әсәләр» тигән конкурс үтте.

Яҡут ауылы мәҙәниәт йортонда Әсә көнөнә арналған «Супер әсәләр» тигән конкурс үтте. Унда йәш әсәләр Гөлсинә Ғәлиева, Айгөл Ғәббәсова, Айһылыу Ҡәҙерғолова, Ләйсән Заһитова улдары менән бергә ҡатнашты. Ярыш шул тиклем көсөргәнешле, ҡыҙыҡ барҙы. Ярышыусыларға жюри ағзалары Хәмдиә Рәшитова, Әҡлимә Заһитова, Минзилә Абдрахманова, Таңһылыу Исламғоловалар күҙәтеп, баһаһын ҡуйып барҙы. Яҡут ауылының ир-егеттәре Дамир Ҡәҙерғолов, Рәмил Заһитов, Рәис Абдрахмановтар сәхнәлә үҙҙәрен артистарҙан бер ҙә кәм тотманылар. Улар башҡарған концерт номерҙары әсәйҙәр өсөн ысын рухи бүләккә әүерелде.
Район Советы депутаты Ләйсән Аҙнабаева ауылдаштарын байрам менән ҡотланы, шундай тәрән йөкмәткеле, тәрбиәүи әһәмиәткә эйә сара ойошторғандары өсөн Рәүеф һәм Рәмзиә Әбйәлиловтарға рәхмәт белдерҙе.
Яҡут ауылының «Толпар» балалар баҡсаһында ла тәрбиәсе Рәсимә Ялсыҡаева, музыка етәксеһе Лилиә Шәмсетдинова етәкселегендә «Әсәйемдең йылы ҡосағы» тигән балалар байрамы уҙҙы.
Яҡшымбәт ауылында Әсә көнөнә арналған бик матур сара үтте. Унда ауыл советының дүрт ауылынан әсәләр ҡыҙҙары менән ҡатнашты. Ермолаевонан ҡунаҡ – райондың ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Вера Фросина ла килгәйне.

Альбина ИСКӘНДӘРОВА

Яҡшымбәт ауылы

Автор фотоһы


Читайте нас: