Все новости
Яңылыҡтар
2 Декабря 2016, 03:44

АҠСА ЮҠ

Алдағы йылға Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалығына сығымдар, быйылғы менән сағыштырғанда, 22,5 процентҡа аҙыраҡ буласаҡ.

Алдағы йылға Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалығына сығымдар, быйылғы менән сағыштырғанда, 22,5 процентҡа аҙыраҡ буласаҡ. Был күрһәткесте аҡсаға әйләндерһәк, коммуналь тармаҡҡа 5,4 миллиард һумға аҡса кәмерәк бүленәсәк. Торлаҡ коммуналь хужалығын үҙгәртеп ҡороуға федераль фондтан финанслау туҡталған, шуға күрә бүленгән аҡса ла аҙ буласаҡ.
- Бер нисә йыл граждандарҙы иҫке йорттарҙан яңыларына күсереү бу-йынса федераль программа эшләй ине, - ти БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев. – Уны туҡтатыу тураһында байтаҡтан һүҙ йөрөһә лә, бығаса эшләп килде. Ә инде, ниһайәт, 2017 йылда ошо программаны бөтөнләй туҡтатмаҡсылар, шуға күрә тармаҡты финанслау ҙа кәмейәсәк.
Шулай уҡ киләһе йылда мәҙәниәткә лә аҡса аҙыраҡ бүленәсәк. Рәсми сығанаҡтарҙан күренеүенсә, ул, быйылғы менән сағыштырғанда, 15,5 процентҡа кәмерәк буласаҡ. Йәғни мәҙәниәткә 1,7 миллиард һумға аҡсаны аҙыраҡ бүлеү ҡаралған.
Был өлкәлә ҡыҫҡартыуҙарҙы Константин Толкачев, һуңғы йылдарҙа мәҙәниәт усаҡтарының матди-техник базаһын нығытыуға етерлек күләмдә аҡса бүленеү менән аңлата.
Алдағы йылға корректировка индергәндән һуң дөйөм сығымдар-ҙың күләме 1,5 миллиард һумға артасаҡ, тиҙәр белгестәр. Дөйөм сығымдарҙың күләменә 124 мил-лиард һум планлаштырылғанын иҫәптә тотҡанда был 1,5 миллиард бик күҙгә ташланмай.
Читайте нас: