Все новости
Яңылыҡтар
2 Декабря 2016, 03:51

БАЙЫМАҠСЫ БУЛҒАН

Күмертау ҡалаһының Балалар ижады үҙәгендә эшләүсе 27 йәшлек педагог-ойоштороусы балаларҙың ...

Күмертау ҡалаһының Балалар ижады үҙәгендә эшләүсе 27 йәшлек педагог-ойоштороусы балаларҙың ата-әсәләренән 16 мең һум аҡса йыйып алып, үҙ кеҫәһенә һала. БР прокуратураһы хәбәр итеүенсә, августа был уҡытыусы балаларҙы төбәк-ара фестивалгә алып барырға тейеш була. Уның өсөн ата-әсәләрҙән барлығы 5 мең һум тирәһе генә аҡса йыйырға кәрәк була. Ҡалған сумманы Үҙәк үҙе ҡаплай. Әммә ҡатын ата-әсәләрҙән бөтә сумманы йыйып алып, үҙләштерә, уҡыусыларҙы фестивалгә лә алып бармай. Хәҙер педагогтың был ҡырын эшен суд тикшерә.
Читайте нас: