Все новости
Яңылыҡтар
2 Декабря 2016, 03:54

БЕҘ ҘӘ ҠАТНАШАЙЫҠ

Республика Башлығының «БР-ҙың урындағы үҙидарлыҡ органдарының нәтижәле эшмәкәрлеген билдәләү»...

Республика Башлығының «БР-ҙың урындағы үҙидарлыҡ органдарының нәтижәле эшмәкәрлеген билдәләү» Указы буйынса 1 октябрҙән алып декабрь аҙағына тиклем «Голос Республики Башкортостан» (https://golos.openrepublic.ru) порталында урындағы үҙидаралыҡтың 2016 йылдағы эшмәкәрлеге йомғаҡтары буйынса халыҡтан бойондороҡһоҙ һорау алыу үткәрелә. Әммә яуап биреүселәр бик әүҙем түгеллеге күренә. Әлеге көндә республикала – 8646, Күмертауҙа – 26, Көйөргәҙе ра-йонында 72 кеше был һорау алыуҙа ҡатнашҡан.
Шуға күрә һәр бер ойошма хеҙмәткәрҙәре араһында мәғлүмәти-аңлатма эше алып барырға кәрәк. Ҡатнашырға теләүселәргә йыл аҙағына хәтлем үрҙә күрһәтелгән порталға инеп теркәлергә, һорау-алыу (опрос) бүлегенә баҫып яуап бирергә генә кәрәк.
Читайте нас: