Яңылыҡтар
1 Декабря 2016, 22:53

ДЕКАДА ЙОМҒАҒЫ

Һауа торошоноң насар тороуына ҡарамаҫтан, районда ауыл хужалығы техникалары киң ҡулланыла.

Добавить в предпочтительные источники Google

Һауа торошоноң насар тороуына ҡарамаҫтан, районда ауыл хужалығы техникалары киң ҡулланыла. Бигерәген дә урамдарҙы ҡарҙан таҙартыу һәм малға аҙыҡ ташыуҙа. 21-30 ноябрҙә үткән «Хәүефһеҙлек аҙналығы» ун көнлөгө барышында 40 берәмек үҙ йөрөшлө машина һәм уларҙың тағылмалары тикшерелде. 29 берәмек техника фермер хужалыҡтарыныҡы һәм шәхси кешеләрҙеке.

2 техниканың боҙоҡ булыуы, техник күҙәтеү үтмәгән 4-әү, 2 техниканың теркәү үтмәгәнлеге, 1 страховка үтмәгән, 1 кешенең тракторсы-машинист таныҡлығы булмай эшләп йөрөүе асыҡланды. 10 кеше административ яуаплылыҡҡа тарттырылды.


Читайте нас