Все новости
Яңылыҡтар
2 Декабря 2016, 03:39

ИМЕН ЙӨРӨГӨҘ, «ЮШАТЫР»ҘАН АЙЫРЫЛМАҒЫҘ

2017 йылдың I ярты йыллығына «Юшатыр» гәзитенә яҙылыусылар араһында «Бәхетле авто» конкурсы үткәрелде.

017 йылдың I ярты йыллығына «Юшатыр» гәзитенә яҙылыусылар араһында «Бәхетле авто» конкурсы үткәрелде. Унда ике автокомпрессор, бер автомобиль саңһурғысы, бер авария йыйылмаһы уйнатылды.

Уйын һөҙөмтәләре буйынса бүләктәр түбәндәге гәзит уҡыу-сыларыбыҙҙың бәхетенә яҙҙы: Яңы Таймаҫ ауылынан Рәмил Вәлидов авария йыйылмаһы, Ялсыҡай ауылынан Радик Мәзитов автокомпрессор, Күмертау ҡала-һынан Миңлебай Аҙнабаев автомобиль саңһурғысы, Яҡуп ауылынан Рузилә Искәндәрова автокомпрессор оттолар.

Конкурста ҡатнашып, бүләк отоусыларҙы «Юшатыр» гәзите редакцияһы ихлас күңелдән ҡотлай, һәм улар артабан да яратҡан гәзиттәренән айырылмаҫ тигән изге теләктә ҡала.

КОНКУРС ДАУАМ ИТӘ

Быйыл, октябрь айында, «Юшатыр» гәзите уҡыусылары араһында «Аҙна һайын бүләк» акцияһы үткәрелгәйне. Ул 2016 йылдың декабренең тәүге аҙналарында ла дауам итәсәк. Унда ҡатнашыу өсөн 2017 йылға, 6 айҙан да кәм түгел, «Юшатыр» гәзитенә яҙылырға һәм редакция-ға квитанцияның күсермәһен алып килергә кәрәк. Октябрҙәге акцияла уйнатылған квитанциялар декабрҙәгеһендә лә ҡатнашасаҡ. Аҙна һайын еңеүсе билдәләнеп, уның фотоһы гәзит биттәрендә баҫыласаҡ.

Читайте нас: