Все новости
Яңылыҡтар
2 Декабря 2016, 03:57

ЯРЫШТЫЛАР ҘА, АРАЛАШТЫЛАР ҘА

Уҙған шаршамбыла Ермолаевола инвалидтар көнөнә арналған «Алтын кий»спорт ярышы ойошторолдо.

Уҙған шаршамбыла Ермолаевола инвалидтар көнөнә арналған «Алтын кий»спорт ярышы ойошторолдо. Был сарала 30-ҙан артыҡ мөмкинлеге сикләнгәндәр 4 спорт төрө бу-йынса көс һынашты. Көсөргәнешле алыш һөҙөмтәһендә шашка таҡтаһында Рим Рәхмәтуллин, Наилә Мусина, шахматта Владимир Шумских, Наилә Мусина, дартста Илдар Билалов, бильярдта Егор Чернов һәм Зоя Афанасьева уңышҡа өлгәште. Еңеүселәргә Маҡтау грамоталары, бүләктәр тапшырылды. Сара мул ризыҡлы сәй табынында йәнле әңгәмә менән тамамланды.


Читайте нас: