Все новости
Яңылыҡтар
6 Декабря 2016, 14:17

БАЛАЛАРҘЫҢ ЙӘНҺҮРӘТТӘРЕН ДӘ ҠАРАНЫЛАР

29 ноябрҙә Күмертауҙың 5-се мәктәбендә ҡала мәктәптәре ди-ректорҙарының һәм уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫарҙарҙың семинары үтте.

29 ноябрҙә Күмертауҙың 5-се мәктәбендә ҡала мәктәптәре ди-ректорҙарының һәм уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫарҙарҙың семинары үтте. Ул уҡытыуҙа электрон ресурстарҙы ҡулланыуға арналды. Бында мәғариф белгестәре үҙҙәренең тәжрибәләре менән уртаҡлашты, асыҡ дәрестәр ҡараны. Башланғыс класс уҡыусылары төрлө программма буйынса үҙҙәре төҙөгән йәнһүрәттәр күрһәтте. Ҡаланың мәғариф идаралығы директоры Марина Коротченко, уның урынбаҫары Наталья Быкова һәм башҡа ҡунаҡтар семинар эшенең бик һөҙөмтәле булыуын билдәләне, артабан да уҡытыу-тәрбиә эшендә электрон уҡыу әсбаптарына өҫтөнлөк бирергә тигән фекергә килделәр.
Читайте нас: