Все новости
Яңылыҡтар
6 Декабря 2016, 14:00

ЙӨРӨРЛӨК БУЛДЫ

Абдул менән Яңы Юл ауылдары араһында дүрт йыл элек юл һалына башлауы тураһында бер нисә тапҡыр яҙып сыҡҡайныҡ.

Абдул менән Яңы Юл ауылдары араһында дүрт йыл элек юл һалына башлауы тураһында бер нисә тапҡыр яҙып сыҡҡайныҡ. Төҙөлөш эштәрен Күмертауҙағы А.А. Кузнецов етәкселегендәге «Транспортник» йәмғиәте башҡара. Эшселәр 6 км 600 м оҙонлоғондағы юлды күтәртеп, ваҡ таш түшәй.
Республика бюджетынан был юл төҙөлөшөнә 68 млн. һум аҡса бүленергә тейеш ине. Дүрт йыл дауамында 5-әр млн. һум ғына бүленеү сәбәпле, эштәр бығаса әллә ни ыраманы. Ниһайәт, ҡалған 48 млн. һумды быйыл биреп бөтөп, планда ҡаралғанса, юл быйыл төҙөлөп, 31 декабрҙә файҙаланыуға тапшырылырға тейеш ине.
– Абдул менән Яңы Юл ауылдары араһындағы юл йөрөрлөк булды инде. Әҙерәк бетон эштәре һәм нормаға ярашлы ҡағиҙәләрҙе үтәү ҡалды. Яҙ еткәс был юлды рәсми рәүештә асасаҡбыҙ», - ти район хакимиәте башлығының төҙөлөш һәм архитектура буйынса урынбаҫары Ринат Килдебаев.
Шулай уҡ Ринат Ирек улынан 25 киллометр оҙонлоҡтағы Таймаҫ юлын 3 йыл инде республика ҡарамағына күсереү эштәре барыуы хаҡында ла белештек.
– Элек бөтә юлдар ҙа республикаға ҡарай ине, 2008 йылдан муниципалитетҡа күсерҙеләр. Юлдарҙы төҙөкләндереү өсөн республика тарафынан аҡса күберәк бүленә, шуға Таймаҫтан алып Антоновка юлына тиклем арауыҡтағы юлды күсереү өсөн тейешле урынға хат яҙҙыҡ. Әлегә 25 км юлдан 2 километрын ғына рәсмиләштерергә ҡалды. Яңы йылға тиклем был эштәр килеп сығыр, тип өмөтләнәбеҙ, - ти Ринат Килдебаев.
Читайте нас: