Все новости
Яңылыҡтар
6 Декабря 2016, 14:16

ЯҢЫ ЙЫЛҒА ӘҘЕРЛЕК БАШЛАНДЫ

Февраль айында уҡ гәзитебеҙҙә Күмертау ҡала хакимиәте етәкселегенең 18 метрлы яһалма шыршы һатып алыу өсөн заявка биреүҙәре хаҡында яҙғайныҡ.

Февраль айында уҡ гәзитебеҙҙә Күмертау ҡала хакимиәте етәкселегенең 18 метрлы яһалма шыршы һатып алыу өсөн заявка биреүҙәре хаҡында яҙғайныҡ. Шыршының хаҡы ла шул ваҡытта уҡ билдәле ине — 1392 995 һум 33 тин. Бик ҙур ғына сумма булһа ла, был хаҡ үҙен аҡлаясаҡ, ти ҡала етәкселәре. Сөнки йыл да яңы шыршы килтереү, уны урынлаштырыу өсөн бик күп сығымдар талап ителә. Әле Күмертауҙың төп майҙанында эштәр гөрләй. Берәүҙәр Яңы йыл байрамының төп ҡунағының конструкцияһын төҙөүҙе дауам итә, икенселәр балалар өсөн тау хәстәрләй. Был эш, быйыл да, йыл һайын майҙанға шыршы урынлаштырыусы «Күмертау йылылыҡ селтәрҙәре» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте хеҙмәткәрҙәренә йөкмәтелде. Шулай итеп, Яңы 2017 йылды һәм алдағы бик күп йылдарҙы ла күмертауҙар хәҙер элеккесә тере шыршы менән түгел, ә яһалмаһы менән ҡаршы аласаҡ.
Районда ла тиҙҙән Яңы йыл ҡупшыҡайы үҙ урынын биләйәсәк. Ермолаево ауыл советы хакимиәте башлығының урынбаҫары Марина Букреева хәбәр итеүенсә, ул шаршамбы көнө килтереләсәк һәм шул уҡ көндө урынлаштырыу эштәре лә башланасаҡ.
Читайте нас: