Все новости
Яңылыҡтар
8 Декабря 2016, 14:46

«БЕРҘӘМ РӘСӘЙ»ҘӘР КОНФЕРЕНЦИЯҺЫ

Аҙна башында район Хакимиәте бинаһында «Берҙәм Рәсәй»...

Аҙна башында район Хакимиәте бинаһында «Берҙәм Рәсәй» пар-тияһының урындағы бүлегенең тәүге ойошмаларынан һайланған 79 делегат ҡатнашлығында отчет-һайлау конференцияһы уҙғарылды. Йыйында йәмәғәт берлегенең политсовет секретары Әхәт Ҡотлоәхмәтов башҡарылған эштәр хаҡында һөйләне, бурыстарға туҡталды. Аҙаҡ контроль-ревизия комиссияһы рәйесе Галина Майорованың отчеты тыңланды. Докладтарҙы тикшереүҙә делегаттар Нурия Шәрипова, Василий Копылов, Нияра Кашапова ҡатнашты. Тауыш биреү һѳҙѳмтәһендә, күпселек тауыш алып, Әхәт Йәүҙәт улы яңынан политсовет етәксеһе итеп һайланды.

Йыл аҙағында «Берҙәм Рәсәй» партияһының Башҡортостан тѳбәк ойошмаһының Ѳфѳлә үтәсәк конференцияһында кѳйѳргәҙеләр исеменән Әхәт Ҡотлоәхмәтов һәм Светлана Кочетова ҡатнашасаҡ.

Читайте нас: