Все новости
Яңылыҡтар
8 Декабря 2016, 14:21

«РӘХМӘТ ЯУҺЫН «ЮШАТЫР»ҘАРҒА!»

Гәзитебеҙҙең үткән һандарының береһендә вәғәҙә ителгәнсә, «Аҙна һайын бүләк» конкурсы дауам итә.

Гәзитебеҙҙең үткән һандарының береһендә вәғәҙә ителгәнсә, «Аҙна һайын бүләк» конкурсы дауам итә. Был аҙнала лототронда квитанциялар уйнатылып, сираттағы бүләк Бахмут ауылында йәшәүсе Гөлнур Әлимбаеваға насип булды: уға сынаяҡтар йыйылмаһы сыҡты. Беҙ уны ҡотлап шылтыратҡанда сәй эсеп ултырған сағына тура килдек. «Ҡалай йәтеш булды әле миңә бына өрөп-өрөп сәйҙәр эсергә», – тине ул, шаяртып. – Рәхмәт яуһын «Юшатыр»ҙарға! Гәзитен дә матур, уҡымлы итеп сығараһығыҙ, бүләген дә уйнатаһығыҙ.»
Конкурс дауам итә. Унда ҡатнашыу өсөн 2017 йылға, 6 айҙан дә кәм тү-гел, «Юшатыр» гәзитенә яҙылырға һәм редакцияға квитанцияның күсермәһен алып килергә кәрәк.
МӨХӘРРИРИӘТ

«ЮШАТЫР»ҒА ЯҘЫЛЫУ ХАҠТАРЫ

2017 йылдың I ярты йыллығына — 737 һум 16 тин (льготалы яҙылыу — 679 һум 68 тин).
2017 йылға йыллыҡ яҙылыу — 1339 һум 28 тин (льготалы яҙылыу — 1224 һум 41 тин).
ГӘЗИТТЕҢ ЭЛЕКТРОН ВЕРСИЯҺЫНА ЯҘЫЛЫУ ХАҠТАРЫ:
2017 йылдың I ярты йыллығына — 498 һум
2017 йылға йыллыҡ яҙылыу — 842 һум
Читайте нас: